Социаль яҡлау
2 Июня 2020, 14:30

Балаларға 10 меңлек пособие түләү башланған

Башҡортостанда 445 меңдән ашыу балаға 10 мең һум түләнгән.


Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Пенсия фонды Башҡортостанда йәшәгән 445 099 баланың ата-әсәһе иҫәбенә 4,450 миллиард һумдан ашыу аҡса күсерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2004 йылдың 11 майынан 2017 йылдың 30 июненә тиклем тыуған һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнә.
Пенсия фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн бюджеттан 4 миллиард ярым һум бүленгән. Рәсәй Президенты указына ярашлы, ғаиләлә 3 йәштән 16 йәшкәсә һәр бала өсөн бер тапҡыр 10 мең һум пособие бирелә. Түләүҙе 1 октябргә тиклем юлларға мөмкин.
Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре интернет-порталында ғариза яҙырға йәки пенсия фонды бүлексәләре, күп функциялы үҙәктәргә барып мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас