Атап әйткәндә, хеҙмәткәрҙәрҙе “ситтән тороп” эшләргә күсергәндә эш биреүсе эште ойоштороу тәртибен билдәләй, йәғни эш ваҡыты, бирелгән эште башҡарыу һәм үтәлеү барышы тураһында мәғлүмәт менән алмашыу ысулдары, өйҙә ойошманың ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлектәре ҡарала. Һуңынан хеҙмәт килешеүенә өҫтәмә килешеү төҙөлә һәм эш биреүсе, уға ярашлы, хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса ситтән тороп эшләүгә күсереү тураһында приказ сығара. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрҙе приказ менән таныштырып, һәр береһенән ризалыҡ алырға тейеш.
Шулай уҡ бындай режимда эшләү барышында хеҙмәт дәғүәләре булмаһын өсөн, тәү сиратта, эште ойоштороу тәртибен билдәләргә кәрәк, мәҫәлән, хеҙмәткәргә эште нисек бирергә һәм уның үтәлеүен тикшереү ысулдары. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡорамалдар, программа-техник саралар, мәғлүмәтте һаҡлау һәм хеҙмәт бурыстарын үтәү өсөн башҡа саралар менән тәьмин итеү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙең эш биреүсегә әҙер продукцияны тапшырыуы йәки башҡарылған эш тураһында отчет биреүе өҫтәмә килешеү төҙөгәндә сағылырға тейеш. Ситтән тороп эшләү режимына күсеү тураһында үҙгәрештәрҙе электрон документтар менән дә эшләргә була, уны һуңынан да тейешле тәртиптә рәсмиләштерергә мөмкин. Ә хеҙмәткәр был осраҡта, үҙенең хеҙмәт бурыстарына ярашлы, эшен тулы күләмдә башҡарырға, ә эш биреүсе, хеҙмәт килешеүе шарттарына ярашлы, эш хаҡы түләргә тейеш. Әгәр ҙә хеҙмәткәр тулы хеҙмәт көнөндә эш күләмен үтәй икән, эш биреүсенең эш хаҡын кәметеүе хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу тип иҫәпләнә. Шулай итеп, коронавирус таралыуға бәйле, хеҙмәт килешеүенә эш биреүсенең хеҙмәт урынынан ситтә эшләү тураһында өҫтәмә шарттар индереүе хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт ҡануниәтендә ҡаралған гарантияларҙан мәхрүм итмәй.