Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 майҙа президент бала тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырырға тәҡдим иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ошондай пособие ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр. Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның максималь күләме арта. 6000-дән 13 504 һумға тиклем. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.