Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Социаль яҡлау
22 Июня 2020, 13:14

КЕСКӘЙ УҠЫУСЫ ТУҠЛАНЫУЫНА ФЕДЕРАЛЬ БЮДЖЕТТАН АҠСА БҮЛЕНӘ

Рәсәй Хөкүмәте башланғыс класс уҡыусыларына бушлай туҡланыуға түләү өсөн тиҫтәләгән миллиард һум аҡса бүләсәк. Был турала үҙенең урынбаҫарҙары менән үткән кәңәшмәлә РФ премьер-министры Михаил Мишустин хәбәр итте, “төбәктәр бюджетында бушлай туҡланыуға бәйле килеп сыҡҡан сығымдарҙы финанслау өсөн хөкүмәт ҡарары раҫланды”.

Министрҙар кабинеты Башлығы, шулай уҡ, РФ Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса яңы уҡыу йылынан башлап мәктәптәрҙә башланғыс класстар өсөн бушлай туҡланыу ойошторолоуы тураһында иҫләтеп үтте.
«Элек был мәсьәлә тик муниципалитет һәм төбәктәрҙең генә бурыстар ине, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында бушлай туҡланыу тик льготалы балаларға ғына ойошторола ине», - тип билдәләне Мишустин. «Беренсе класстан дүртенсегә тиклем уҡыған һәр балаға, уның социаль статусына ҡарап тормай бушлай туҡланыу булдырырға кәрәк»,- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер-министр.
«Беҙ бының өсөн федераль бюджетта средстволар әҙерләнек, көн һайын һәр уҡыусы өсөн туҡланыу ойоштороласаҡ. Быйыл был маҡсатта - 22 млрд, ә икенсе йылға 43 млрд һум аҡса ҡаралған», тип хәбәр итте хөкүмәт рәйесе.
Читайте нас