Субсидиялар ғәҙәти булмаған хеҙмәт шарттары һәм изоляция ваҡытында өҫтәмә йөкләмә өсөн түләнә.
Әле ике аҙналыҡ 5-се сменаны тамамлаған хеҙмәткәрҙәр менән иҫәпләшкәндәр, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.
Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр – күләме буйынса икенсе транш, беренсеһе – Иркутск өлкәһендә.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, карантин осоронда йорт-интернаттарҙа йәшәүселәр менән бергә тороп ҡалған социаль хеҙмәткәрҙәргә смена өсөн федераль аҡсанан – 25 мең һум, республика ҡаҙнаһынан 15 мең һум түләнә.
Әгәр социаль учреждениела яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡтар булһа, хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан – 35 мең, республика ҡаҙнаһынан 25 мең һум түләйҙәр.
Аҡса түләү осоро – 2020 йылдың 15 апреленән 15 июленә тиклем.