Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың август һәм сентябрендә “Новобулгаково” тораҡ комплексында файҙаланыуға ике йорт – №2Б һәм №31 индереләсәк. Улар Өфө районында урынлашҡан.
Бынан тыш июль аҙағында федераль Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау – өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар фондының күҙәтеү советы Иглиндәге объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙә финанс ярҙамы күрһәтеү ҡарары ҡабул иткән. Был “Стройиндустрия” компанияһының өс йорто (Б, В һәм Е корпустары) һәм “БашЛСТК” компанияһының ике объекты (2 һәм 4-се литерҙар). Ошо уҡ төҙөүсе компанияларҙың дүрт йорто һәм “Ишимбайжилстрой” компанияһының бер йорто өлөшсөләре аҡсалата компенсация аласаҡ.
– Федераль фонд белгестәре менән кәңәшмәләрҙе беҙ аҙна һайын үткәреп торабыҙ. Республика ебәргән 22 ғаризаның 16-һын ҡарағандар һәм ярҙам иттеләр. Был 866 алданған өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙергә ярҙам итте, – тине Марат Әхмәҙуллин.
Башҡортостан Башлығы башланғысы менән булдырылған Проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе координациялау буйынса республика штабы үҙенең даими ултырыштарында төбәктең ҙур проблемалы объекттарын тикшерә. Улар – “Эрмитаж Горсовет”, “Эрмитаж на Ленина”, “Белая река”, “Московский”, “Миловский парк” һәм “Серебряный ручей”. 13 авгусҡа тиклем уларҙы төҙөп бөтөүҙең финанс-иҡтисади схемалары буйынса тәҡдимдәр әҙерләү планлаштырыла.
– Был оҙайлы төҙөлөштәр мине бик борсой, беҙ улар менән әллә ҡасандан бирле шөғөлләнәнбеҙ. Бында мәсьәләне тәрәндән өйрәнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мин штаб булдырҙым, был эште системалы нигеҙҙә нығытыр өсөн кәрәк ул.
Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә төҙөүселәр менән осрашыу ойошторорға ҡушты, бергәләп төҙөлөш баҙары хәлен анализларға һәм артабанғы үҫеш пландарын тикшереү өсөн кәрәк был.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмзил Ҡусарбаев Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Был проект 2017 йылдың авгусында башланғайны. 2019 йылда ул 686 миллион һумлыҡ федераль ярҙам алды. Быйыл август башына ҡарата төҙөүселәр төп эштәрҙе тамамлаған. Корпуста заманса медицина ҡорамалдары ҡуйыла. 20 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ яңы бинала сменаһына 450 кешегә иҫәпләнгән поликлиника һәм 240 урынлыҡ стационар урынлашасаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы – 1,8 миллиард һум.
– Был электән көтөлгән, ҙур һәм беҙҙең халыҡ өсөн бик мөһим объект, – тине Радий Фәрит улы. – Уны асылыуына тулыһынса әҙерләүҙе һорайым, тирә-яҡ биләмәһенә тиклем матур булһын. Бында ваҡлыҡтар булырға тейеш түгел.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.