Дәүләттән бушлай ер участкаһы алып уны артабан нимә эшләтергә белмәү проблемаһы күптәнге. Мәсьәлә күтәрелеү менән дә урындарҙағы хакимиәттәр уны хәл итә алмауын ғына белдерә. Ә берәүҙәр ер эләгеүен йылдар буйы көтә. Граждандарҙы ер участкаһы менән тәьмин итеү 32 районда 90 процент тәшкил итә, ә иң түбән күрһәткес Өфөлә – 22 процент. Ер участкаһы алыуға сират йылдан йыл арта.
Шуға күрә, аҡсамы йә ерме тигәндә, ғаиләгә ныҡлы уйланырға тура килә. Ер алып та, өй һалмай ҡалыу – дөрөҫ түгел.Шул уҡ ваҡытта, үҙ йортоңа етмәй.
Тимәк, ер алыу ғына түгел, өй һалыуҙы ла уйларға кәрәк был осраҡта.