Кисә ҡала хакимиәтендә Йәмәғәтселек палатаһының сираттағы ултырыш уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар ҡала халҡын ҡыҙыҡһындырған бер нисә мәсьәләне ҡараны. Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Наталия Баринова билдәләүенсә, Йәмәғәтселек палатаһының төп маҡсаты – социаль көсөргәнеште бөтөрөү, ҡала халҡын борсоған һорауҙарға яуап биреү. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарарға хәл иткәндәр Көн тәртибенең беренсе һорауы - льготалы ҡатламға ҡараған граждандарҙың социаль яҡлау саралары ине. Стәрлетамаҡ буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы Павел Никитин халыҡҡа ярҙам итеүҙең финанс йәһәттән 70-кә яҡын сараһы бар тип белдерҙе. Бынан тыш әллә күпме справка һәм сертификат формаһында ла ярҙам ҡаралған. Павел Никитин льготалары булған кешеләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы аҡсалата ҡайтарыу тәртибе тураһында ентекләп һөйләне. Ағымдағы йылдың 1 сентябренән федераль законға ярашлы, был мәсьәлә һәр льготалы гражданға ҡарата шәхсән хәл ителә икән. Компенсация төрлө шарттарға бәйле: торлаҡ фондының төрөнә, льготалы кеше теркәлгән урында уның менән бергә тағы ла кемдәр йәшәй, торлаҡтың майҙаны күләме, коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫәп приборҙары бармы-юҡмы, бурысығыҙ түләнгәнме-юҡмы – барыһы ла иҫәпкә алына. ЕДК ошоларҙан сығып тәғәйенләнә. Филиалдың (
http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator ) һылтанмаһы буйынса һәр кем торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтәр өсөн үҙенә тейешле субсидияны алдан иҫәпләй ала. Шулай уҡ ошо сайтта социаль ярҙам саралары менән танышырға мөмкин.