Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
15 Декабрь 2020, 10:00

“ХАЛЫҠТАН БИК КҮП ЯЛЫУҘАР КИЛӘ”

Йәмәғәт палатаһы суд приставтары эшен, компенсацияларҙы тикшерҙе.

Йәмәғәт палатаһының сираттағы ултырышында ҡала халҡын ҡыҙыҡһындырған бер-нисә мәсьәлә ҡаралды. Йәмәғәт палатаһы рәйесе Наталия Баринова билдәләүенсә, Йәмәғәт палатаһының төп маҡсаты – социаль көсөргәнеште бөтөрөү, ҡала халҡын борсоған һорауҙарға яуап биреү.
Көн тәртибенең беренсе һорауы – льготалы ҡатламға ҡараған граждандарҙың социаль яҡлау саралары ине. Стәрлетамаҡ буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы Павел Никитин халыҡҡа ярҙам итеүҙең финанс йәһәттән 70-кә яҡын сараһы бар тип белдерҙе. Бынан тыш әллә күпме белешмә һәм сертификат формаһында ла ярҙам ҡаралған. Павел Никитин льготалары булған кешеләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы аҡсалата ҡайтарыу тәртибе тураһында ентекләп һөйләне. Ағымдағы йылдың 1 сентябренән, федераль законға ярашлы, был мәсьәлә һәр льготалы гражданға ҡарата шәхсән хәл ителә икән. Компенсация төрлө шарттарға бәйле: торлаҡ фондының төрөнә, льготалы кеше теркәлгән урында уның менән бергә тағы ла кемдәр йәшәй, торлаҡ майҙаны күләме, коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫәп ҡорамалдары бармы-юҡмы, бурысығыҙ түләнгәнме-юҡмы – барыһы ла иҫәпкә алына. Айлыҡ аҡсалата компенсация ошоларҙан сығып тәғәйенләнә. Филиалдың сайтына инеп һәр кем торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙенә тейешле субсидияны алдан иҫәпләй ала. Шулай уҡ ошо сайтта социаль ярҙам саралары менән танышырға мөмкин.
Нисек кенә булмаһын, льготалар, компенсациялар буйынса халыҡта һорауҙар күп, шуға әлеге мәсьәлә лә йәмәғәт палатаһы ултырышына осраҡлы сығарылмағандыр. Һәр хәлдә, һәр кемгә шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәк, әммә осрашыу һөҙөмтәләр бирмәй ҡалманы – хәҙер мөрәжәғәт итеүселәргә иғтибар артыр тип ышанғы килә.
Халыҡты борсоған икенсе һорау – ҡалабыҙҙа суд приставтарының ҡабул итеү тәртибе. БР буйынса Суд приставтары хеҙмәтенең Стәрлетамаҡ суд приставтары ҡала бүлеге начальнигы Евгений Черномырдин 1 ноябрҙән суд приставтарының статусы үҙгәреүе хаҡында белдерҙе. Был бүлек хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡарай. Шуға бәйле халыҡты ҡабул итеү тәртибе лә үҙгәргән. Хәҙер инде “ФССП” порталы аша суд приставтарына алдан яҙылырға кәрәк. Бының өсөн башҡарыу произвоствоһының номеры ла кәрәк буласаҡ. Аҙнаның эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 18-00-гә тиклем яҙылырға була.
Сарала ҡатнашыусылар Евгений Алексеевичҡа байтаҡ һорау бирҙе һәм киләсәктә матбуғат конференцияһы үткәрергә лә тәҡдим иттеләр. Сөнки йәмәғәт палатаһы ағзаларының суд приставтары ҡабул итеүе буйынса һорауҙар күп йыйылғайны. “Халыҡтан бик күп ялыуҙар килә”, – тине улар бер тауыштан. Баҡтиһәң, ҡабул итеү түгел, шылтратып та алдыра алмайҙар икән мөрәжәғәт итеүселәр. Евгений Черномырдин барлыҡ һорауҙарҙы һәм дәғүәләрҙе иҫәпкә алырға вәғәҙә бирҙе һәм мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан белергә тәҡдим итте.
Ғөмүмән, йәмәғәт палатаһының был ултырышы урындағы йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе асыҡланы һәм яуаптар ҙа алды.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас