Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
21 Декабрь 2020, 13:25

«Ауылды комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса табиптар өсөн йорттар төҙөлә

Иглиндә «Ауылды комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса табиптар өсөн дүрт йорт төҙөлә

2020 йылда Башҡортостан райондарына «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһының социаль ҡуртым килешеүе буйынса граждандарға биреү өсөн торлаҡ төҙөүгә 84,3 миллион һум субсидия бүленде. Шуның 67,2 миллион һумы – федераль бюджеттан. Был республикала йәшәгән 61 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Иглин ауылында районда эшләгән табиптар өсөн дүрт йортто төҙөү тамамланып килә. Һәр береһенең 7,5 участкаһы булған 60-78 квадрат метр майҙанлыҡ йорттар район үҙәгендәге Заварицкий урамында урынлашҡан, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың матбуғат хеҙмәтенән.
Йорттар газоблоктан һалынған, сайдинг менән көпләнгән, газ менән йылытыла, «шамбо» тибындағы канализация бар. Был аҙнала һәр йортта сантехника, бүлмәләргә ишек, яҡтыртҡыстар менән тарттырылған түшәм була, обойҙар йәбештерелә, ә иҙәнгә линолеум йәйелә.
Башинформ.
Читайте нас