Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Ғинуар 2021, 02:00

Инәй-бабайҙар менән уртаҡ тел табып...

Ҡаланың “Ветеран” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә йөҙҙән ашыу белгес эшләй. Был бурысты атҡарған кешеләр иңендә лә һис шикһеҙ ҙур хеҙмәт ята. Бит кешене тәрбиәләү робот һымаҡ уның иҙәнен йыйыу, өҫтөн алмаштырыу, дауаханаға йөрөтөүгә генә ҡайтып ҡалмай, оло кеше бигерәк тә йылы һүҙгә, әңгәмәгә мохтаж. Шуға бында бәйләнеш барыбер ҙа күңелгә барып тоташа.Һеҙ һүрәттә күргән Фәймә ҠӘЙЕПҠОЛОВАны инәй-бабайҙары бигерәк тә ана шул йылы һүҙе, үҙҙәрен аңлауы, күңел йылыһы өсөн ярата.

– Фәймә Фәрит ҡыҙы быйылғы йылдың иң яҡшы социаль хеҙмәткәре булып танылды, – тип маҡтап телгә ала ойошма етәксеһе Лилиә Атйетәрова ла. – Биш йыл эсендә ул баҡҡан кешеләр тарафынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетеп торабыҙ.
Фәймә ханымдың Стәрлетамаҡта төпләнеүенә лә күп түгел, быға тиклем ғаилә Ейәнсура районында йәшәгән, тик ауылда мәктәп ябылып, эш урынһыҙ тороп ҡалғас, Ҡәйепҡоловтар ҡалаға күсенеп китә. Шул мәлдән алып ул үҙен ололарҙы ҡарауға бағышлай ҙа инде.
– 15 инәй-бабайым бар, күберәге гүзәл заттар. Оло кешеләр бит, килеп ингәс тә иң башта хәлдәрен һорашам, тормош тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Үсегеп тә китәләр, шунан арҡанан һөйөп оҙатып ҡалалар, – тип эше менән таныштыра Фәймә Фәрит ҡыҙы. Күрәһең, социаль хеҙмәткәр булыу өсөн физик эшкә маһир ғына түгел, психолог та, донъяуи хәлдәр тураһында хәбәрҙар булырға ла тейешһең, шунһыҙ инәй-бабайҙар менән уртаҡ тел табыуы икеле.
Ғәҙәттә, беҙ социаль хеҙмәткәр тип нәҡ инәй-бабайҙарҙы ҡараған белгесте күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит улар инвалидтар, балалар менән дә эшләй. Фәймә Ҡәйепҡолова, мәҫәлән, өс бала ҡарай.
– Ҡайһы бер малай-ҡыҙҙарым әле балалар баҡсаһына бармаған, ҡайһыларын ата-әсәләре сирләп киткән саҡтарында “күҙ-ҡолаҡ” булып торорға ҡалдыра, балалар менән эшләүе, әлбиттә, яуаплыраҡ – һәр аҙымдарын иғтибарҙан ысҡындырмайһың, йүгереп китә, абынып йығыла, теге-был әйберҙе ауыҙына ҡаба – ти ул эш үҙенсәлеге хаҡында. – 3 йәшлек бала булһынмы, 93 йәштәме (минең иң өлкән инәй шул йәштә), ул йылы һүҙгә мохтаж – ошо уйҙарҙан башлайым, – тип тә өҫтәй. Хәйер, был хаҡта социаль хеҙмәткәр генә түгел, барыбыҙ ҙа онотмаһаҡ ине.
...Йәмғиәттә электән бындай һөнәр эйәләренә мохтажлыҡ булған һәм буласаҡ. Башҡалар ҡурҡҡан, сирҡанған, иренгән, ваҡыттарын бүлә алмаған эштәрҙе атҡарыуҙы үҙ бурысы итеп алған социаль хеҙмәткәрҙәргә шул уҡ йәмғиәттең дә йылы һүҙе күберәк булһын ине.
Читайте нас