“Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалын оҙаҡ йылдар Ғәли Ғәбделхәй улы Шаһиморатов етәкләй. Коллектив халыҡтың төрлө ҡатламдарына күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Айырыуса, аҙ тәьмин ителгән граждандар, тулы булмаған һәм күп балалы ғаиләләр иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, маҡтаулы донорҙарға, студенттарға, инвалидтарға, хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәткәрҙәренә, һуғышта ҡатнашыусыларға һәм һуғыш инвалидтарына, радиация фажиғәләренән зыян күреүселәргә, реаби-литацияланған граждандарға һәм ауыр тормош хәленә тарыусыларға ярҙам итеү саралары ҡаралған.
Быларҙан тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы халҡына халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса методик, юридик, консультатив һәм башҡа төр ярҙам күрһәтәләр.
Филиал эксперты Алмира Әхәт ҡыҙы Сәмиғуллина – халыҡтың проблемаларын сисеүгә етди ҡараған белгес. Ул хеҙмәттәштәре араһында ла, социаль ярҙам алыусылар араһында ла лайыҡлы рәүештә абруй һәм ихтирам яулаған. Уның һымаҡ хеҙмәткәр йөҙөндә ҡалабыҙҙың барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрен дә ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.