Шулай итеп, Яңы йылдан МРОТ 12 792 һумға етәсәк (быға тиклем 12 130 һум ине).
Эшләмәүсе пенсионерҙарға пенсия күләме йыл башынан 6,3 процентка арта. Шулай уҡ Әсәлек капиталы ла индексациялана – 3,7 процентка артасаҡ. Шул рәүештә беренсе балаға түләнә торған аҡса 483,8 мең һумға етәсәк ( бөгөн уның күләме – 466,6 мең һум). Икенсе балаға – 639,4 мең һум (хәҙер – 616,6 мең һум) биреләсәк.