Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
4 Ғинуар 2021, 19:04

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды егеттәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәштәр ҡоролтайы - барыһы ла бергәләшеп ололарҙы ихлас ҡотлап, бүләкләп үтте.

Сер түгел, Яңы йыл олоһоноң да, кесеһенең дә көтөп алған байрамы.Әлеге ваҡытта билдәле сәбәптәр арҡаһында 65 йәштән олораҡтарға иркен аралашыу сикләнә.

Ләкин байрам байрамса булырға тейеш бит инде ул. Шуға ла Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды егеттәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәштәр ҡоролтайы - барыһы ла бергәләшеп ололарҙы ихлас ҡотлап, бүләкләп үтте.

Йөҙҙәре яҡтырып, шатланып ҡалды инәйҙәр, олатайҙар. Беҙҙең күңелдәр ҙә күтәренке бөгөн.

Төклө аяғың менән, Яңы йыл! Бәрәкәтле, мәрхәмәтле бул!
Читайте нас