Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта сирлеләр менән бер ай эшләү өс айға һанала. Шуға күрә пенсияға сығыу мөмкинлеге яңынан иҫәпләнә.
«Бынан тыш, уларға миллион ярым һумлыҡ автомобиль һатып алыу өсөн льгота ҡаралған. Һатып алыу өсөн түләүҙең 375 мең һумға етеүе ихтимал. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә билдәле эш стажы булған осраҡта торлаҡты хосусилаштырыу мөмкинлеген алды», — тип өҫтәне ул.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 2021 йылда ауыр һәм хәүефле эш урындарында эшләгән рәсәйҙәргә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы бирелә. Һүҙ металлургия, машиналар эшләү һәм химия производстволары эшселәре тураһында бара.
Бынан тыш, инвалидтар, Алыҫ Себер райондарында эшләгән кешеләр, күп балалы әсәләр страховка пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләтеү хоҡуғына эйә.