Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
16 Март 2021, 08:55

«Алға» менән алға китеп булмай әле…

«Республикала ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһына пассажир хеҙмәте күрһәтеүсе 72 ойошма ҡушылған, тағы 27 ғариза ҡаралыу өҫтөндә икән.Киләсәктә “Алға” картаһы ярҙамында театр, музей, концерт залдарына барғанда, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә лә ташламалар алып буласаҡ тип күҙаллана.» тип яҙып сыҡты Рәсүл Байгилдин.

“Башҡортостан социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, республикала бөгөнгө көнгә ҡарата бер миллион самаһы “Алға” берҙәм транспорт картаһы сығарылған.
Йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәрҙең 50 процент самаһы “Алға” картаһына тура килә. 2019 йылдың июлендә ғәмәлгә ингән “Бәхетле сәғәт” эсендә республикала 2,9 миллион пассажир, икенсе траспортҡа күсеп ултырып, бушлай йөрөгән. Ошо рәүешле, дөйөм алғанда, 56 миллион һум кешеләрҙең үҙ янында ҡалған. Яҙманың был өлөшө менән бер нисек тә килешеп булмай. «Бәхетле сәғәт» осрағы ниңәлер Стәрлетамаҡҡа килеп етмәй әле. Улай ғына ла түгел, бына бер аҙна инде «Рәсәй почта»һында «Алға»ға аҡса һалалмай аҙапланам. Ҡайҙа барһам да «ҡулдан күберәк түләргә» тура килә.
Читайте нас