Балалар “Арбат” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан «Мираж» кино комплексында Айнур Асҡаровтың «Өс таған отряды» фильмын ҡараны. Быйылғы прермьера шунда уҡ халыҡ күңеленә хуш килде. Исеме башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, донъя әҙәбиәтенең алтын фондына индерелгән бөйөк шәхесебеҙ Мостай Кәримдең йөҙ йыллығына арналған был фильм, коронавирус пандемияһы арҡаһында, бер йылға яҡын киң прокатҡа сығарылмай торҙо.
Заманса йыһазландырылған иркен кино залында ике сәғәт самаһы барған фильмды «Петровский» балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 16 бала, Стәрлетамаҡ балалар йортонан ике тиҫтәгә яҡын бала рәхәтләнеп ҡараны. Ысынлап та, ололар ҙа, балалар ҙа кинәнеп ҡарарлыҡ был кинофильм ололарҙы бала саҡты иҫкә төшөрөп әҫәрләндерһә, балалар өсөн айырыуса ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Балалар ике сәғәт буйына киноны мауығып ҡараны. Бала саҡ - ул һәр нәмәне күңелгә һеңдерә торған бер миҙгел. Ә бында һәр бала әҫәрҙәге геройҙарға оҡшарға тырышып ултырғандыр.
Ишембай районы Петровский ауылынан килгән кескәй ҡунаҡтар өсөн күңелле сюрприздар бының менән генә бөтмәне. Балалар, «Стәрлетамак-Арена» боҙ һарайы кафеһында ҡунаҡ булып, Төнгө лига хоккей матчын ҡарап, конькиҙа йөрөп кинәнес алды. Бағыусылар ярҙамы һәм ҡала хакимиәте менән берлектә ойошторолған мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин етәкселегендәге был сара кескәй йөрәктәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырғандыр.
Гайдай фильмдарын хәтерләтеп ҡуйған киноны ҡараған һайын ҡарағы килеп тора. Шуныһын да әйтергә кәрәк, был һоҡланғыс фильм Йөрәктауҙа төшөрөлгән. Ҡасандыр Стәрлетамаҡ драма театрында эшләп киткән Әхәт Хөсәйеов, Азат Йыһаншин кеүек сәхнә йондоҙҙарының уйнағанын ҡарауы бигерәк тә әҫәрләндерә. Ошондай матур һәм бай эстәлекле кино төшөргән режиссер Айнур Асҡаровҡа ҙур рәхмәт һәм артабанғы ижадында уңыштар теләйек.