Башҡортостанда 2021 йылға балалар өсөн йәшәү минимумы – 10077 һум. Өс йәштән ете йәшкә тиклем (һигеҙ йәше тулғансы) бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә түләнгән пособиеның база күләме әлеге сумманың 50 процентын, йәғни һәр балаға 5038,5 һум тәшкил итә.
Әгәр был аҡса тәғәйенләнгәндән һуң да ғаилә аҙ тәьмин ителгән булып ҡала икән, бер балаға тейешле түләү күләме 7557,75 һумға тиклем арттырыла (был – йәшәү минимумының 75 проценты). Әгәр был осраҡта ла йәшәү минимумына етә алмаһалар, пособие 10077 һум буласаҡ.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бындай түләүҙе 100 мең самаһы ғаилә ала. Килемдәре ошо килеш һаҡланған хәлдә, уларҙың 45 меңгә яҡыны – 10077 һум, 40 меңе – 7557,75 һум һәм яҡынса 15 меңе 5038,5 һум балалар пособиеһы аласаҡ.
Миҫал.
Ивановтар ғаиләһендә биш кеше: ире, ҡатыны һәм өс бәләкәй бала, уларҙың икәүһе – өс-ете йәш арауығында. Алынған эш хаҡы – 30 мең һум. Уларға күпме пособие тейеш?
Ғаиләнең дөйөм килеме – 40077 һум (эш хаҡы һәм ике балаға тәғәйен 5038,5 һумға торошло ике «база»пособиеһы). Тимәк, һәр ғаилә ағзаһына 8015,4 һум килем тура килә. Был йәшәү минимумынан түбән, шуға күрә был ғаиләләге ике балаға ла 10077 һумға торошло пособие тәғәйенләнәсәк.
Мөһим яңылыҡтар: быйылдан пособие билдәләгәндә рәсми килем һәм һеҙҙең ҡарамаҡтағы милек иҫәпкә алынасаҡ.
Ғаиләнең һәр бәлиғ булған ағзаһы 12 ай дауамында эшләүен документ менән раҫларға тейеш. Ул түбәндәгесә иҫәпләнә: ғариза биргән айҙан дүрт ай алып ташлана һәм тағы бер йыл иҫәпкә алына. Мәҫәлән, һеҙ 2021 йылдың апрелендә ғариза яҙһағыҙ, 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың ноябренә тиклем (ул айҙы ла индереп) килемдәрегеҙҙе күрһәтергә тейешһегеҙ.
Бында нимәләр инә:
рәсми эш хаҡы (граждан-хоҡуҡи килешеүе буйынса алынған килем дә һанала);
шәхси бизнес, шул иҫәптән үҙмәшғүллек юлы менән табылған килем;
пенсия;
стипендия.
Кеше бындай килемдәргә эйә була алмаған осраҡтар ҙа бар:
ғаилә күп балалы, шуға күрә ата-әсәнең береһе бала ҡарап өйҙә ултыра;
атай йәки әсәй кеше яңғыҙы бала тәрбиәләү сәбәпле эшләй алмай (ата-әсәнең береһе үлгән йәки юҡ);
атай йәки әсәй декрет ялына сығып өс йәшкә тиклемге баланы ҡарай;
кеше инвалидты йәки 80 йәште уҙған оло йәштәге берәйһен ҡарай;
ғаилә ағзаһына әлегә 23 йәш тулмаған һәм ул колледжда йәки юғары уҡыу йортонда уҡый;
ғаилә ағзаһы ауырыған һәм өс айҙан ашыу дауаланыу үткән;
кеше эш урыны эҙләгән һәм мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған;
ғаилә ағзаһы хәрби хеҙмәттә булған (демобилизациянан һуң тағы өс ай ҡушыла);
кеше төрмәлә булған (иреккә сығарылғандан һуң тағы өс ай ҡушыла).
Милеккә килгәндә, был талап ғәҙеллекте тәьмин итеү өсөн индерелә. Моғайын, күптәрегеҙҙең «аҙ тәьмин ителгән» тип һаналып, өр-яңы «Лексус»та йөрөгән, һәр балаһына ҡиммәтле фатир һатып алып ҡуйған таныштары барҙыр. Әлеге яңылыҡ ошоноң ише осраҡтарға юл ябасаҡ. Хәҙер, пособие алыу өсөн, билдәләнгән минимум сиктәренән сыҡмау мотлаҡ (инфографиканы ҡарағыҙ).
Мөһим аңлатмалар: һайлау кәрәкмәй, һәр графалағы милеккә эйә булырға мөмкин. Йәғни йорт та, фатир ҙа, дача ла, кәмә лә, машина ла булыуы ихтимал. Иң мөһиме – билдәләнгән лимиттан сыҡмау. Әгәр ғаилә фатир, йорт йәки ер биләмәһен аҙ тәьмин ителгәндәргә тәғәйен социаль ярҙам булараҡ алһа, улар иҫәпкә алынмай. Әгәр ғаилә күп балалы йәки унда инвалид кеше булһа, ике машина, ике мотоцикл, хатта ике трактор тотоу рөхсәт ителә. Шулай уҡ социаль ярҙам сараһы булараҡ бирелгән техника ла һаналмай.
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән һеҙ яңы талаптарға тура килмәһәгеҙ, юғары түләүҙәрҙе ала алмаясаҡһығыҙ, әммә үткән ғаризағыҙҙы яҙған көндән бер йыл үткәнсе элеккесә аҡса алыуҙы дауам итәсәкһегеҙ. Мәҫәлән, һеҙ 2020 йылдың ноябрендә ғариза яҙғанһығыҙ һәм ай һайын 4984,5 һум пособие алаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта шәхси милектә ҡуртымға биргән өс фатирығыҙ бар. Һеҙҙең юғары суммалағы пособие алыуға хоҡуғығыҙ юҡ, шулай ҙа 2021 йылдың ноябренә тиклем ай һайын 4984,5 һум аласаҡһығыҙ.
Документтар ағымдағы йылдың 1 апреленән ҡабул ителә башлай. Сираттарҙа торорға кәрәкмәй, быны 31 декабргә тиклем эшләргә мөмкин. Ғаризаны түбәндәге алымдар менән тапшырып була:
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша;
үҙегеҙгә уңайлы Күп функциялы үҙәк офисында;
үҙ төбәгегеҙҙә урынлашҡан халыҡты социаль яҡлау учреждениеһында (алдан яҙылыу мотлаҡ).
«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8 (347) 200-80-80. Эш ваҡыты 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем. Ял көндәре – шәмбе һәм йәкшәмбе.
Тағы нимәләрҙе белеү мөһим
- Яңы төр түләү ғариза биргәндән һуң киләһе ай аҙағында тормошҡа ашырыла башлай һәм ул йыл башынан алып барлыҡ айҙарға ла түләнә. Мәҫәлән, һеҙҙең балағыҙға дүрт ай. Һеҙ апрелдә ғариза яҙаһығыҙ, ә май аҙағында ғинуарҙан башлап һәр ай өсөн аҡса күсәсәк. Әгәр балағыҙға мартта ғына өс ай тулһа, ҡайтанан иҫәпләү март айынан башҡарыласаҡ.
- Түләү балаға өс йәш тулған көндән башланып, һигеҙ йәш тулған көнгә тиклем дауам итәсәк. «Тарификация» көн буйынса башҡарыла, шуға күрә балағыҙҙың тыуған көнө 15-ендә икән, беренсе һәм һуңғы айҙа пособие яртылаш күләмдә билдәләнә.
- Талап ителгән документтарҙың берҙәм исемлеге юҡ. Төрлө осраҡта – ул төрлөсә. Мәҫәлән, ғаиләлә студент булһа – стипендия күләме тураһында белешмә, берәйһе хәрби хеҙмәт үтһә – өҫтәмә түләүҙәр хаҡында белешмә кәрәк буласаҡ.
Беҙ иң тәүҙә «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып, белгестәр менән һөйләшеп, барыһын да асыҡларға кәңәш итәбеҙ.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.