Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
6 Апрель 2021, 11:50

ЭШЛӘП ЙӨРӨҮСЕЛӘРГӘ ПЕНСИЯ ИНДЕКСАЦИЯЛАНА

Дәүләт думаһында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға пенсия арттырыу тураһында закон проекты тәҡдим иткәндәр. Дөйөм сумма 400 млрд һум тирәһе тәшкил итәсәк.Арттырылған пенсия ҡасан килә башлар? Тулыраҡ

Эшләп йөрөп пенсия алыусылар индексацияны быйыл ғына алмаясаҡ әле. Документ авторҙары үҙгәрештәрҙе 2022 йылда индерергә тәҡдим итәләр. Ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат-секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, хөкүмәт был мәсьәлә менән күптән үк шөғөлләнә, әммә әлегә яуап табылмаған.
Проект авторҙары 2016 йылда туҡтатылған индексация пенсионерҙарҙың финанс торошона кире йоғонто биргән һәм граждандарҙың һатып алыу һәләтен кәметеүгә килтергән, тигән фекерҙә. Әгәр ҙә закон үҙ көсөнә инһә Пенсия фондына 400 млрд һум тирәһендәге сығымдарҙы ҡапларға тура киләсәк.
Читайте нас