- Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы социаль бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Бөгөн һеҙ бушлай социаль түләүҙәргә эйә булдығыҙ. Һеҙҙең татыу һәм ныҡлы ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле балалар үҫеүен теләйем, - тип сығыш яһаны тантанала ҡала хакимите башлығы урынбаҫары Радик Ғәлиев.
Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында демография проблемаларын хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә күп бала тәрбиәләүсе, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.