– Закон проекты күп балалы ғаиләләр өсөн двигатель ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем ат көсөнә эйә автомобилдәргә транспорт һалымын 50 процентҡа кәметеүҙе тәҡдим итә, – ти парламент рәйесе Константин Толкачев. Льготанан ата-әсәнең йәки уллыҡҡа алыусыларҙың береһе файҙалана ала.
Двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем автомобилдәре булған ишле ғаиләләр транспорт һалымын түләүҙән тулыһынса азат ителгән дә инде.
– Әле ғәмәлдә булған ташламаның һәм тәҡдим ителгән льготаның дөйөм күләме ун миллион һум тирәһенә барып баҫа. Бюджет өсөн ул ҙур юғалтыу түгел, ә күмәк ғаиләләр өсөн – һиҙелерлек ярҙам, – тип билдәләй Константин Толкачев.