Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
27 Апрель 2021, 10:53

Эш биреүселәргә "Рәсәйҙә эш" порталы ярҙам итәсәк

Хөрмәтле эш биреүселәр!Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәте «Работа в России» порталы аша дистанцион рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙең эштән китеүе, тулы булмаған режимда эшләүгә күсеү, ваҡытлыса ситтән тороп эшләү тураһында мәғлүмәт еткереү мөмкинлеген булдырған.

Мәғлүмәтте еткерер өсөн эш биреүсе «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлеп “Дәүләт хеҙмәттәре” (ЕСИА) порталындағы раҫланған шәхси кабинет аша үҙен танытырға тейеш. Теркәлеүҙә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килгә Дәүләт хеҙмәттәре порталында хат яҙышып, йәки 8 (800) 100-70-10 телефоны аша ҡыҙыу линияға шылтыратып хәл итергә мөмкин.
Әгәр ҙә һеҙҙең «Работа в России» порталында шәхси кабинеты юҡ икән, бының өсөн https://trudvsem.ru/auth/login/manager һылтанмаһы аша үтеп ЕСИА аша теркәлә алаһығыҙ. Шул саҡта порталдағы ойошмаларға бағышланған биттә тәҡдим ителгән форманы табып, уны тултыра мөмкин була.
Әгәр ҙә теркәлеүҙә һәм мәғлүмәт тултырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа икән https://trudvsem.ru/information/pages/service_instruction_employer һылтанмаһы аша инструкция менән танышырға мөмкин. Тағы ла видео аша өйрәтеү ҙә бар https://trudvsem.ru/information/pages/company_staff_change .
Эш биреүселәр мәғлүмәтте үҙгәрештәр менән башланған эш көнөнөң икенсе көнөнән дә һуңыраҡ тапшырырға тейеш түгел.
Бындай мониторинг Башҡортостан республикаһының бөтә эш биреүселәренә лә бәйле булырға тейеш, уның нигеҙендә республиканың эш баҙары хәленә баһа биреләсәк.
Эш биреүселәрҙең әүҙһемлегенән федераль финанслауҙың күләме билдәләнәсәк. Аҡсалар республикала хеҙмәт баҙарында булған көсөргәнеште кәметеүгә йнәлтеләсәк.
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас