Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, айлыҡ түләү алыу – әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноуҙың биш йүнәлештәренең береһе.
Рәсәйҙең Пенсия фонды икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләргә ай һайын аҡса түләй.
Әгәр ғаиләлә айлыҡ килем бер кешегә ике йәшәү минимумынан артмаһа, аҡса алырға мөмкин.
Быйыл Башҡортостанда айлыҡ түләүҙең күләме – 10 077 һум. Закон ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 5,3 меңдән ашыу сертификат хужаһы бөтәһе бергә 390 миллион һум айлыҡ түләү алған. Майҙа ошо маҡсатҡа йәнә 17,5 миллион һум йүнәлтелә.
Айлыҡ түләү тәғәйенләү тураһында ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында Пенсия фонды сайтында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша, шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының һәм Күп функциялы үҙәктең барлыҡ клиент хеҙмәттәрендә бирергә мөмкин.