Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы «Промавтоматика» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә хеҙмәт хоҡуғы талаптары үтәлеше буйынса тикшереү ойошторған.
Тикшереү барышында ойошма ла 2 ай дауамында эш хаҡы тулы күләмдә түләнмәүе асыҡлана. Дөйөм бурыс 4 миллион һум тәшкил иткән, 80 хеҙмәткәр хеҙмәт хаҡын алмаған булған.
Был факт буйынса прокурор ойошма етәксеһенә күрһәтмә сығарған һәм уға ҡарата, юридик вәкилдәренә ҡарата РФ административ хоҡуҡ боҙоу кодексы 5.27 статьяһының 6-сы өлөшө буйынса административ эш ҡуҙғатҡан.
Прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары үтәлгән, эш хаҡы тулыһынса түләнгән.