Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Социаль яҡлау
1 Июня 2021, 03:05

Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, кескәйҙәр!

Стәрлетамаҡтың кескәй граждандарын һәм уларҙың ата-әсәләрен Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайым!

Бала саҡ – кеше ғүмеренең йылы хәтирәләр ҡалдырған иң матур осоро. Бала саҡ һәр бала өсөн ҡайғы-хәсрәтһеҙ, сағыу, мөғжизәле булырға тейеш һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың балалыҡ осорондағы хәтирәләре ниндәй булыуы беҙҙән, ололарҙан тора.
Балаларҙы яҡлау көнө – балалар байрамы ғына түгел, ата-әсәләргә үҙ балаларын хәстәрләү һәм яҡлау, үҫеп килгән быуынға ҡарата вайымһыҙ булмау кеүек, улар иңенә һалынған оло яуаплылылыҡ та ул. Беҙ, балаларыбыҙ хәстәр, һөйөү, бәхет-шатлыҡтар солғанышында үҫһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Ҡәҙерле балалар! Бөтә күңелемдән һеҙҙе байрам менән ҡотлайым, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйем! Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас