Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
3 Июнь 2021, 07:05

Путевкаларҙың 70 процентын кире ҡайтарырға була

Балалар һауыҡтырыу лагерҙары путевкалары өсөн түләнгән сумманың 70 процентын кире ҡайтарырға була

Йәйге ял өсөн кешбэк. Балалар һауыҡтырыу лагерҙары путевкалары өсөн түләнгән сумманың 70 процентын кире ҡайтарырға була. Ул төбәк һәм федераль программаларға ярашлы түләнә.
Быйыл ата-әсәләрҙең сығымдарын кәметеү маҡсатында ике – төбәк һәм федераль программа эшләй башланы. Республиканың «балалар кешбэгы» программаһы путевканың 70 процентын, йәғни 13 мең һумға яҡын суммаһын ҡаплай. Әлеге ваҡытта уның менән 9 меңгә яҡын ата-әсә балалар лагерына юллама һатып алған. Ә бына федераль программа иһә әҙерәк ҡытыршылыҡтарға осрай.
Федераль программаға ярашлы, путевканың 50 процентын, йәғни 20 мең һумдан артмаған сумманы ҡаплау мөмкинлеге бар. Матди ярҙам бының менән генә сикләнмәй. Федераль программа буйынса юллама һатып алыусылар республика бюджетынан да дөйөм сумманың 30 процентын ҡайтара ала.
Ләкин ата-әсәләр араһында был программалар эшләй башлар алынан путевка һатып алыусылар ҙа бар, тип хәбәр итә Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров. Шуға күрә федераль үҙәк менән берлектә уларға ла сумманың бер өлөшөн ҡайтарыу ысулары ҡарала. Уны Күп функциялы үҙәк һәм Дәүләт порталы аша ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Төп шарт – ата-әсәләр «Мир» түләү системаһы ҡулланыусыһы булырға тейеш, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениһы.
Фото яндекс
Читайте нас