Техник йәһәттән мөмкин булған биләмәләрҙә кешеләрҙең йорт хужалығына бушлай газ индереү 2023 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Эксперттар баһалауынса, Рәсәйҙә 2 миллионға яҡын хужалыҡҡа бушлай газ үткәрелергә тейеш. Башҡортостанда 50 меңләп йортҡа газ индерелмәгән.
Газ үткәреү эшен «бер тәҙрә» принцибы буйынса берҙәм оператор башҡарасаҡ. Был газ үткәреү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартасаҡ тип күҙ уңында тотола: газға тоташтырыу процесы, бер ниндәй ҙә енәйәткә юл ҡуймаҫ өсөн, максималь рәүештә уңайлы, аңлайышлы һәм асыҡ күренеп торорға тейеш. Атап әйткәндә, участкаға һәм йортҡа ҡорамалды ҡуйыу өсөн асыҡ күренеп торған минималь хеҙмәт йыйылмаһы әҙерләнеләсәк.
Элек ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар бушлай газ үткәреүгә сикләүҙәр индерергә уйлағайны – уларҙың фекеренсә, бының өсөн йорттоң майҙаны 300 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш ине. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙә бушлай газ үткәрер өсөн йорттоң майҙаны күрһәткес булып тормай.
Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлеге секретары Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, республикала «Газпром» менән 2021-2025 йылдарға яңы газ үткәреү программаһы раҫланған: «Финанслау күләме – 13,5 миллиард һум. 164 тораҡ пунктҡа газ торбалары үткәреләсәк. Кешеләр ҡасан өйҙәренә газ үтәсәген көтә. Һәм улар Рәсәй президентына В.В.Путинға бушлай газ үткәреү мәсьәләһен хәл иткәне өсөн оло рәхмәтле. Әле беҙ был мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн «юл картаһын» төҙөйбөҙ», -ти республика етәксеһе.