Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Социаль яҡлау
8 Июня 2021, 07:40

Барыһын да үҙ йөрәге аша үткәрә

“Социаль яҡлауға мохтаж булғандар менән эшләгәндә уларҙың һәр береһенең ғаилә тарихын, проблемаларын йөрәк аша үткәрәһең. Уларҙың шатлығына шатланып, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итергә тура килә”, – ти БР Көньяҡ-көнбайыш “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ғаилә хеҙмәте етәксеһе Наталья Шириязданова. Ысынлап та, был һөнәр эйәләре кешенең ҡайғыһын үҙ ҡайғыһы итеп күргәндә генә уңыштарға өлгәшәлер. Һөнәри байрамдары уңайынан Наталья Алексеевна эше менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлап, хеҙмәт юлын ул “Данко” бәлиғ булмағандарға социаль-реабилитация ярҙамы күрһәтеү үҙәгендә башлай. Балаларға ярҙам итергә тигән хыял студент сағынан уҡ йөрәгенә һалынған була уның. Ә 2016 йылдан ғаилә һәм балалаларға социаль ярҙам итеү бүлегенә күсә. 2018 йылдан иһә әлеге социаль ярҙам күрһәтеүгә ҡоролған БР Көньяҡ-көнбайыш “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ғаилә хеҙмәтен етәкләй.
– Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға дәүләт ярҙам иткәнен һәр кем белмәй. Ҡалабыҙҙың Артем урамы 71-се йортта урынлашҡан БР Көньяҡ-көнбайыш “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ғаилә хеҙмәте ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа булышлыҡ иткән ярҙам төрө булып тора. Халыҡты социаль яҡлау органдары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында билдәләнгән йәшәү кимәленән кәм килемле ғаиләләр араһында килешеү төҙөлә. Уның буйынса халыҡты социаль яҡлау органы дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йөкләмә ала. Шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр, аҡсалата түләү һәм башҡалар. Был хаҡта тулы мәғлүмәт алыу һәм ярҙам алыу өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип таныштыра Наталья Шириязданова үҙәктең эшмәкәрлеге менән.
БР Көньяҡ көнбайыш "Ғаилә" район-ара үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса “Ғаилә” хеҙмәте 2015 йылдан бирле эшләй. Хеҙмәт өс йүнәлештә эш алып бара. Беренсе йүнәлеш: ауыр тормош хәлендә ҡалғандарҙы асыҡлау. Кәрәк булғанда уларҙы психологҡа, юрисҡа ебәреү. Икенсе йүнәлеш – ауыр хәлдә тип табылған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, кәрәк булғанда, уларҙы төрлө ойошмаларға оҙатып йөрөү. Өсөнсө йүнәлеш – социаль хәүефле ғаиләләрҙе асыҡлап, улар менән профилактик саралар алып барыу. Миҫал өсөн, ғаиләлә ата-әсәнең береһе үлһә, ғаилә мохтажлыҡ кисерә башлай, балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәт тә ошо өсөнсө төр ярҙамға ҡарай, шулай уҡ өйҙә ғаилә ағзаларына ҡул күтәргән осраҡта ла ғаилә социаль хәүефһеҙ тип иҫәпләнә.
Бында һәр осраҡты шәхсән асыҡлап, бигерәк тә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә кире бороп сығармайҙар. Кешенең ауыр тормош хәлендә ҡалғанын аңлап эш итәләр. Ғөмүмән, Наталья Алексеевнаның үҙе һымаҡ сит кеше зарын тыңлап, уға ярҙам итеп, күңел яраларын баҫа ала торған, эштәренә мөкиббән киткән уңған коллектив эшләй бында! Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер улар!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас