Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
8 Июнь 2021, 14:30

Башҡортостан халҡына нисек итеп балалар лагерына файҙалы шарттарҙа юллама алырға

Йәйге балалар лагерына юллама һатып алып, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта дәүләттән уның хаҡының 50 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар (әммә был сумма 20 мең һумдан артыҡ була алмай). Ә ҡайһы бер осраҡта 80 процентҡа тиклем аҡсаны ҡайтарып була. Бөгөн ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Әгәр юлламаны алдан алған булһағыҙ
Лагерға юлламаны кэшбек программаһы иғлан ителгәнгә тиклем алған булһағыҙ ҙа, компенсацияға хоҡуғығыҙ бар. Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә ундай ғаиләләр һаны 225 меңдән ашыу. Владимир Путин уларға ла аҡса бүлергә ҡушты һәм Финанс министрлығы әлеге маҡсатта тағы 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтте.

Компенсация алыуға ғаризалар 15 июндән ҡабул ителә башлай һәм 20 октябргә тиклем дауам итә. Аҡсаны юллау өсөн:
1. Лагерь етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, баланың юллама буйынса ял итеүе тураһында белешмә алырға;
2. Документтарҙы сканер аша үткәреп, «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтына һалырға. Махсус бүлек июнь уртаһында барлыҡҡа киләсәк.
3. Документтарығыҙҙы тикшереп, Рәсәй Туризм буйынса агентлығы менән килешкәндән һуң һеҙгә аҡса ебәрәсәктәр. Иғтибар: аҡса тик «Мир» картаһына ғына күсерелә.
Әгәр юлламаны әлеге ваҡытта һайлаһағыҙ...

Һеҙ балаларығыҙға күпме теләйһегеҙ – шул сама юллама һәм уларҙың һәр береһенә кэшбек алыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Лагерҙарҙа ете йәштән 15 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ял итә ала. Әгәр ата-әсә юллама өсөн түләп, кэшбек менән файҙаланып, кире уйлаһа, аҡса уның картаһынан шунда уҡ кире алына. Үрҙә әйткәнебеҙсә, кэшбек менән ҡулланыу өсөн бер нисә мөһим шартты үтәргә кәрәк. Аныҡлап әйткәндә, улар түбәндәгесә:
– Компенсация тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар лагерҙарға ғына тейеш. Әгәр балалар көндөҙгө лагерға йөрөһә йәки палаткалар менән походҡа барып ҡайтһа, аҡса кире ҡайтарылмай. Һәм лагерҙың мотлаҡ мирпутешествий.рф сайтының «Балалар лагерҙары» бүлегендә теркәлеүе зарур. Һеҙ башҡа төбәктәрҙәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы ял учреждениеларын һайлай алаһығыҙ. Әлеге ваҡытта унда беҙҙән 50-ләп лагерь теркәлгән, тиҙҙән башҡалар ҙа ҡушыласаҡ. Әгәр Башҡортостанда йәшәп, үҙебеҙҙәге лагерҙы һайлаһағыҙ, һеҙгә өҫтәмә – төбәк компенсацияһы ла тейеш.
– Хаҡты тик «Мир» картаһы менән түләргә кәрәк. Әгәр әлеге мәлдә бындай картағыҙ булмаһа, үҙегеҙ теләгән банкҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Мәҫәлән, эш хаҡы алған банкҡа барырға була. Күпселек банктар уны бушлай бирә. Улар дебет картаһы һанала, йәғни кредитҡа инеү хәүефе юҡ. Уның менән магазиндарҙа, йәмәғәт транспортында һәм башҡа урындарҙа иҫәпләшергә мөмкин. Әгәр юллама хаҡын башҡа төрлө карта, мәҫәлән, «Visa» йәки ҡулаҡса менән түләһәгеҙ, кэшбек менән файҙаланып булмай. Картаның баланың ата-әсәһе исеменә асылған булыуы мотлаҡ түгел.
– Картаны privetmir.ru сайтында теркәгеҙ. Быны эшләү бушлай һәм яҡынса өс минут тирәһе ваҡытты аласаҡ.
– Юллама хаҡы 31 авгусҡа тиклем түләнгән булырға тейеш, бала лагерҙан 15 сентябргә тиклем ҡайтһа ла була.
Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләһәгеҙ, биш көн эсендә юллама хаҡының яртыһы банк картаһына күсәсәк.
Республика программаһы нимәнән ғибәрәт һәм уның менән нисек файҙаланырға?
Башҡортостанда йәйге ял хаҡын компенсациялау буйынса тағы бер программа булдырылған, уға ярашлы юллама хаҡының 70 процентына тиң ташлама алырға мөмкин. Федераль программанан айырмалы рәүештә, был осраҡта аҡса ҡайтарылмай, ташлама яһала. Шулай уҡ ике программа менән бер ыңғай файҙаланып, сығымдарҙың 80 процентын ҡаплау мөмкинлеге бар. Был айырыуса отошло.
Һәр лагерь юллама хаҡын үҙаллы билдәләй, әммә тәҡдим ителгән хаҡ – тәүлегенә 902 һум. Йәғни 21 көнлөк бер смена хаҡы яҡынса 18950 һум тора. Республика программаһы буйынса тейешле ташлама ошо сумманан сығып иҫәпләнә. Мәҫәлән, юллама 40 мең һум торған хәлдә лә, ташлама 18950 һумдан ҡаралған. Был хаҡта ентеклерәк итеп схемала аңлатабыҙ.
Төбәк компенсацияһына эйә булыу өсөн ҡаланың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә, ғариза яҙырға, тейешле документтарҙы тултырырға кәрәк һәм 15 көн эсендә аҡса ҡайтарыла.
Һорауҙарығыҙ ҡалдымы?
Балалар юлламаларын компен-сациялау буйынса «ҡыҙыу линия»ға шылтыратығыҙ: +78002003411.
МӨҺИМ
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар
нисек үтәләсәк?
Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попова ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы:
- Лагерҙар күп тигәндә 75 процентҡа тултырыла. Мәҫәлән, 100 урынлыҡ ял учреждениеһында бер ыңғай 75 бала ял итә ала.
- «Ата-әсәләр көндәре» булмай.
- Саралар башлыса асыҡ һауала үтә.
- Һәр смена алдынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәр COVID-19-ға тикшереү үтергә тейеш.
Ә БЫЛ ВАҠЫТТА
10 мең һум аҡсаны алты йәшлектәр ҙә аласаҡ
Хөкүмәт мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум аҡсалата ярҙам түләү тәртибен үҙгәртте. Тәүге осраҡта ағымдағы йылдың мартына алты йәше тулған балалар ғына әлеге ярҙамды алыуға хоҡуҡлы ине. Владимир Путин был мәсьәләгә иғтибар бүлгәс, документты үҙгәрттеләр. Хәҙер 1 сентябргә тиклем алты йәше тулған бөтә балаларға ла түләү тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы уҡыу йылына бөтә балаларға ла бер тапҡыр түләнгән аҡсалата ярҙам хаҡында дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Был түләүҙе алты йәштән 18 йәшкәсә 19,5 миллион бала аласаҡ. Аҡсаны алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Бүлек әлегә эшләнеү өҫтөндә, ул булдырылыу менән беҙ хәбәр итәсәкбеҙ. Аҡса август урталарында буласаҡ.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас