Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
10 Июнь 2021, 05:35

Льготалы ипотека программаһын оҙайтыу мөһим

Льготалы ипотека программаһын бер йылға – 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтыу мөһим.Был турала ил Президенты Владимир Путин белдерҙе. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, кризисҡа ҡаршы программа ваҡытлыса ҡабул ителһә лә, уны ябырға иртәрәк.#Путин

Владимир Путин льготалы ипотека ставкаһын 7 процент, ә иң ҙур кредит суммаһын һәр төбәккә бер тиң – 3 миллион һум күләмендә билдәләргә тәҡдим иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы төҙөлгән торлаҡ алыу өсөн льготалы ипотека 6 ярым процент ставка менән бер йыл элек раҫланғайны. Башҡортостанда льготалы шарттарҙа кредитты 6 миллион һум күләмендә алырға мөмкин, тип хәбәр итә Баш ньюс.
Фото яндекс.
Читайте нас