Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
23 Июнь 2021, 05:36

15 БАЛА ТӘҘРӘНӘН ОСОП ТӨШКӘН

Йәйҙең эҫе көндәрендә асыҡ торған тәҙрәләргә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки тап ошо ваҡыттарҙа кескәйҙәрҙең осоп төшөү осраҡтары арта. Һөҙөмтәлә балалар йәрәхәтләнә, үлем осраҡтары ла бар.

Быйыл Республикала 15 бала тәҙрәнән осоп төшкән. Ғәҙәттә кескәйҙәр ҡурҡыу белмәй, шуға ла тәҙрә төптәренә менеп китеп үҙҙәре лә аңғармаҫтан асыҡ тәҙрәнән ҡолап төшә. Осоп төшөүҙәргә тәҙрәгә беркетелгән селтәрҙәр ҙә сәбәпсе була торған. Сөнки балалар уға терәлеп, ҡаты нығытылмаған селтәр менән ҡолай.
Йыл дауамында бындай бәхетһеҙ осраҡтар арҡаһында өс баланың ғүмере өҙөлгән, 12 сабый йәрәхәттәр алған. Быға бәйле ата-әсәләргә иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас