Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Социаль яҡлау
2 Июль 2021, 04:53

МАКСИМУМ МИНИМУМ

2022 йылда Рәсәйҙә йәшәү минимумы 11950 һум тәшкил итәсәк. Премьер-министр Михаил Мишустин сығарған ҡарар официаль хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

Хеҙмәткә яраҡлы граждандар өсөн йәшәү минимумы 13026 һум, хаҡлы ялдағыларға – 10277, балаларға – 11592 һум тәшкил итәсәк. Ҡарар 2022 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.
2021 йылда йәшәү минимумы 11653 һум тәшкил иткән. Эшкә яраҡлы граждандарға – 12702, хаҡлы ялдағыларға – 10022, балаларға – 11303 һум торош итә.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас