

Башҡортостанда прокурор тикшереүҙәре барышында хеҙмәт хаҡы түләмәгән 113 эш биреүсе асыҡланған, уларҙың дөйөм бурысы 465 миллион һумға барып еткән.
Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, эш хаҡы түләнмәгән һәр осраҡ буйынса саралар күрелгән һәм һөҙөмтәлә 581 миллион һумлыҡ бурыс түләтелгән.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ла ҡала прокуратураһы эшселәренә зарплата түләмәй ыҙалатҡан «Евросвера» идара итеүсе компанияны тикшергән һәм 2,9 миллион һумлыҡ түләнмәгән эш хаҡы булыуын асыҡлаған. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре компания директорын административ яуаплылыҡҡа тарттырғас бурыс тулыһынса түләнгән.
Тейешле органдар талап иткәс миллиондар ҙа табыла. Тик үҙеңдең хеҙмәткәрҙәрең алдында ла яуаплылыҡ булырға тейеш бит.