Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
24 Ноябрь 2021, 11:31

Сабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк

Ресублика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолған «Һөт кухнялары» селтәре киң ҡолас ала бара. Ошо турала тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Сабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәкСабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк
Сабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк

“Уларҙы  йәнләндереү эшен беҙ өс йыл элек башлағайныҡ, ошо ваҡыт эсендә бар яҡлап та сифатлы ете производство майҙанын эшләтеп ебәрҙек. Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекама, Октябрьский, Белорет һәм Сибайҙа һәм дә Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Шулай уҡ барлыҡ берәмекәрҙә йәмғеһе 140 таратыу пункты эшләй.

Бушлай  һөт  продукцияһын Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 23 400 бала,  етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған 39 бала, шулай уҡ 404 йөклө ҡатын һәм бала имеҙеүсе әсәләр ала.
Күптән түгел иһә  «Һөт кухнялары» яңы эремсек менән байытылды. Был эремсек тә, быға тиклемгеһе һымаҡ, тәбиғи продукттарҙан әҙерләнә. Ул бик файҙалы ла, тәмле лә.
  Мөмкинселектән сығып, таратыу пункттары селтәрен киңәтәбеҙ, ә киләсәктә инде  республиканың барлыҡ  райондарын үҙебеҙ етештергән продукция менән тәьмин итәсәкбеҙ тигән маҡсат ҡуйҙыҡ.
Был йүнәлеш үтә лә перспективалы һәм бик мөһим, сабыйҙарҙың һәм уларҙың әсәләренең сәләмәтлеге – барыһынан да юғарыраҡ тип иҫәпләйем”, - тип яҙа Радий Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Сабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк
Сабыйҙарҙың һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк
Автор:Роза Сафина
Читайте нас