Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
9 Декабрь 2021, 04:05

Фатир һатҡан осраҡта һалымды нисек дөрөҫ түләргә

Физик шәхестәрҙең килеменә һалым тураһында нимәләр белергә кәрәк.

Фатир һатҡан осраҡта  һалымды нисек дөрөҫ түләргәФатир һатҡан осраҡта  һалымды нисек дөрөҫ түләргә
Фатир һатҡан осраҡта һалымды нисек дөрөҫ түләргә

Әгәр һеҙ фатирығыҙҙы һатһағыҙ, дәүләт күҙлегенән килем алыусы булараҡ баһаланаһығыҙ, йәғни килемдең 13 процентын түләргә тейеш булаһығыҙ. Ошо көндәрҙә Владимир Путин ике һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала (йәки 24 йәшкә тиклемге студенттар) тәрбиәләгән ғаиләләрҙе фатир һатҡанда һалым түләүҙән азат итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был яңылыҡ быйыл башҡарылған сауҙаға ла ҡағыла. Бының өсөн дүрт талаптың үтәлеүе шарт:

1) ошо уҡ календарь йылда йәки киләһе йылдың 30 апреленә тиклем һатылған фатир урынына яңыһын алырға. Йәғни фатирығыҙҙы быйыл һатһағыҙ, 2022 йылдың 30 апреленә тиклем ваҡытығыҙ бар;
2) яңы фатирҙың йә майҙаны, йә кадастр хаҡы ҙурыраҡ булырға тейеш. Йәғни өс бүлмәле фатирҙы бәләкәйерәк ике бүлмәлегә алмаштырырға ярамай;
3) һатылған фатирҙың кадастр хаҡы 50 миллион һумдан юғарыраҡ була алмай. Милектең кадастр хаҡын «Асыҡ кадастр картаһы» бушлай сервисы аша белеп була. Уның интернеттағы адресы: pkk.rosreestr.ru. Шулай уҡ быны һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп, «Минең милкем» бүлегендә лә ҡарарға мөмкин (сайт lkfl2.nalog.ru). 50 миллион һум – ул мөһабәт һарай хаҡы һәм ундай алыш-бирештәр бик бай кешеләр араһында ғына була. Закондың асылы ябай: шундай һарай һатып алырға аҡсаһы булғас, һалым түләргә лә таба ала;
4) ғаилә ағзаларының һатып алынған фатирҙан тыш, башҡа урында 50 про­цент­тан күберәк милеккә хужа бул­мауы. Йәғни, әгәр 100 квадрат метрлы өс бүлмәле фатир һатып алһағыҙ, һеҙ башҡа урында 50 квадрат метрҙан ҙурыраҡ милек хужаһы булмаҫҡа тейешһегеҙ.


Тағы кемдәр һалым түләмәү хоҡуғына эйә?
Түләү хаҡы алған сумманан түгел, ә килемдән сығып иҫәпләнә. Мәҫәлән, һеҙ биш миллионға фатирығыҙҙы һатып, өс миллион һумға яңыһын алдығыҙ, ти. Йәғни саф килем – ике миллион һум. Һалым күләме ошо суммаға ҡарата билдәләнә һәм ул 260 мең һум буласаҡ. Уны түбәндәге осраҡтарҙа түләмәҫкә мөмкин:
  һеҙ биш йылдан ашыу фатир хужаһы булып тораһығыҙ, ә инде күсемһеҙ милеккә мираҫ йәки бүләк булараҡ эйә булһағыҙ – өс йылдан ашыу;
  әгәр алған хаҡҡа ҡарағанда арзаныраҡҡа һатһағыҙ (әммә кадастр хаҡының 70 процентынан да кәм булмаҫҡа тейеш). Мәҫәлән, һеҙ өс миллион һумға фатир һатып алдығыҙ. Ҡапыл ғына аҡса кәрәк булып, уны 2,5 миллион һумға һатып ебәрәһегеҙ. Милектең кадастр хаҡы даими рәүештә үҙгәреп тора, шуға күрә быйылғы, йәғни ғәмәлдәге мәғлүмәттәргә таянырға кәрәк. Һеҙҙең миҫалда, әгәр кадастр хаҡы 3,75 миллион һумдан артыҡ булмаһа, һалым түләмәйәсәкһегеҙ (2,5 миллион – кадастр хаҡының 70 проценты);
  һеҙ фатирҙы нисә һумға алғанһығыҙ, шунсаға һатаһығыҙ, әммә кадастр хаҡының 70 процентынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Йәғни өс миллион һумға фатир һатып алып, шул уҡ суммаға һатһағыҙ, ә кадастр хаҡы 4,28 миллион һумдан артыҡ булмаһа, һалым түләмәҫкә хоҡуҡлыһығыҙ.


Фатир бушлай эләкһә,нимә эшләргә?
Мәҫәлән, һеҙ мираҫ йәки бүләк булараҡ алынған фатирҙы һатырға теләйһегеҙ, ти, әммә әлегә өс йыл үтмәгән. Уны алыуға аҡса сарыф итмәгәнһегеҙ. Был осраҡта нимә эшләргә? Хәл түбәндәгесә көйләнә: килем миллион һумға кәметелә һәм килеп сыҡҡан айырманан һалым иҫәпләнә.
Әйтәйек, фатирығыҙҙы өс миллион һумға һатаһығыҙ. Һалым түбәндәгесә иҫәпләнә: (3 000 000 – 1 000 000) × 13% = 260 мең һум.
Был алым менән йылына бер тапҡыр ғына ҡулланырға мөмкин. Әлеге осраҡта һатылған фатирға нисә йыл хужа булыуығыҙ роль уйнамай.


Аҙыраҡ түләү мөмкинлеге бармы?
Әгәр быға тиклем фатир һатып алғанда һалым түләүенә хоҡуҡ менән файҙаланмаған булһағыҙ, түләнергә тейешле һалымды кәметергә мөмкин. Йәғни бюджеттан алынырға тейешле сумманы һалым иҫәбенә ебәрергә була.
Һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр торлаҡ һатып алғанда түләнгән һалымдың бер өлөшөн – иң күп тигәндә 260 мең һумын кире ҡайтарыуға хоҡуҡлы. Был сумманы килемгә ҡарап, өлөшләтә алырға ла була. Мәҫәлән, беренсе йылда 50 мең һумды кире ҡайтарһалар, киләһе йылына – 70 мең һум һәм шулай тейеш булған барлыҡ сумманы алғансы дауам итә. Әгәр быға тиклем һалым түләүенең бер өлөшөн алған булһағыҙ, ҡалғанына ғариза яҙа алаһығыҙ.
Мәҫәлән, һеҙ өс миллион һумға фатир һатып алдығыҙ ҙа биш миллионға һатаһығыҙ. Ике миллион һум килемдән 13 процент һалым – 260 мең һум түләргә тейешһегеҙ. Әгәр алда әйтелгән һалым түләүен ҡулланмаған булһағыҙ, уны ошо сумма иҫәбенән файҙалана алаһығыҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ бер тин дә һалым түләмәйһегеҙ, шул уҡ ваҡытта дәүләт тә һеҙгә бурыслы булмай. Әгәр түләргә тейешле килем һалымы 100 мең һум булһа, 160 мең һумға хоҡуғығыҙ ҡала (260 мең – 100 мең).

#Путин

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас