

– Владимир Ильич, үҙегеҙҙең инициативағыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙең урам комитетына Яңы, Днепровская, Аҙыҡ, Раевка, Кольцов һәм башҡа урамдарҙа йәшәүселәр ҡарай. Был Көнбайыш урамының шәхси секторы. Беҙҙә ҙур булмаған ер участкалары бар, унда беҙ төрлө йәшелсә, йәшләүек, емеш ағастары үҫтерәбеҙ. Артып ҡалһа, һатып ебәрәбеҙ. Йыл һайын беҙҙән йыраҡ түгел «Стәрлетамаҡ – Арена» боҙ һарайы янында ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Ошо йәрминкәләрҙә бер нисә йыл рәттән ҡатнашып киләбеҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә матур сауҙа ҡорамалдары юҡ, беҙ ерҙән һатырға мәжбүрбеҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙең өҫтәле барлыҡҡа бар ҙа ул, әммә бындай ойошторолмаған сауҙа алтын ҡалабыҙҙы биҙәмәй. Һәм беҙ еңел генә ҡорола торған һәм оҙаҡ хеҙмәт итерҙәй заманса сауҙа кәштәләре (прилавкалары) һатып алыу тураһында уйлаштыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, утыҙ ағас прилавка бер рәттә теҙелеп торһа - ҡаланың төп йәрминкәһе нисек үҙгәрәсәк!
– Тимәк, сауҙагәрҙәр традицияһы яңынан тергеҙелә булып сыға инде. Һеҙҙең урам комитетына инеүселәр быға нисек ҡарай?
– Барыһы ла хуплай! Йәш быуындың да ҡушылыуы һөйөнөслө – хәҙер һөнәрселек эштәре популярлыҡ яулай бара: кемдер йәтеш кенә сумкалар тегә, кемдәрҙер биҙәүестәр яһай һәм балалар өсөн уйынсыҡтар, ололар өсөн әйберҙәр бәйләй. Дөрөҫөн әйткәндә, фәҡәт йәштәр беҙҙең тәүге осрашыуҙарҙы һәм фекер алышыуҙарҙы ойошторҙо.
– Конкурста ҡатнашыу тәртибе тураһында һөйләгеҙ әле. Ҡала һеҙгә ярҙам итергә мөмкинме? Йәрминкәләр булмаған саҡта сауҙа павильондары менән нимә буласаҡ?
– Конкурс шарттары буйынса беҙ урам комитеты ағзалары менән кәм тигәндә ике йыйылыш уҙғарырға тейешбеҙ. Проектты билдәләйбеҙ, финанслау күләмен алдан һөйләшеп ҡуябыҙ, кемдәр документтарҙы алып барасаҡ һәм мэрияның финанс идаралығын алып барыусы яуаплы кешеләрҙе тәғәйенләйбеҙ – фәҡәт улар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының бөтә этаптарын да теркәп бара. Был өлөштө беҙҙең балалар һәм ейәндәр үҙенә алды. Улар хатта киләсәктә мобиль прилавкалар ниндәй буласағын күҙаллаған төрлө макеттар эшләне. Икенсе йомғаҡлау йыйылышында видеояҙма алып барыласаҡ, бөтә шарттары ла тағы бер тапҡыр конкрет әйтелә. Әйткәндәй, беҙҙә кешеләр шундай ижади ҡарашлы, хатта прилавкалар тураһында шиғыр яҙғандар! Беҙгә шундайҙар кәрәк.
Иң күп өлөшөн республика ярҙам итәсәк, тик бер миллион һумдан артыҡ түгел. Ҡала ла билдәле бер өлөш индерәсәк, шуның өҫтәүенә, беҙ үҙебеҙ йыйылышып һәм спонсорҙар ярҙамында мотлаҡ 5-10 процент йыйырға тейешбеҙ.
Йәрминкәләр булмаған ваҡытта прилавкалар менән нәмә эшләйбеҙ? Беренсенән, межрайбаза биләмәһендә ундай йәрминкәләр аҙна һайын йыл урата уҙғарылып тора, иң мөһиме, үҙ продукцияһын һатыусылар өсөн бушлай. Беҙ унда ҡатнашырға уйлайбыҙ. Икенсенән, хәҙер ҡалала төрлө байрамдар уҙғарыла башланы – «Сауҙагәр», Икмәк фестивале, ҡала пикнигы һәм башҡалар. Унда ла ҡатнашасаҡбыҙ.
А. Новикова