Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
3 Февраль 2022, 06:35

Башҡортостанда МРОТ күләме 16 330 һум булды

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 2022 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә ингән яңылыҡтар – социаль ярҙам сараларын күрһәтеү йәһәтенән үҙгәрештәр, минималь эш хаҡы күләме һәм йәшәү минимумы тураһында һөйләне.

Башҡортостанда МРОТ күләме 16 330 һум булдыБашҡортостанда МРОТ күләме 16 330 һум булды
Башҡортостанда МРОТ күләме 16 330 һум булды

«1 ғинуарҙан федераль законға ярашлы минималь эш хаҡы күләме 8,6 процентҡа артып, 13 890 һум тәшкил итте. Быны Урал коэффициентына ҡабатлағас, билдәле бер сумма килеп сыға. Әммә беҙҙең республикала эш биреүселәр һәм профсоюздар менән федераль МРОТ менән сағыштырғанда ҙурыраҡ дәүмәл — 14 200 һум тураһында һөйләшеп килештек. Шуныһы мөһим: 1 ғинуарҙан республикала, минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә ярашлы, уның күләме — 16 330 һум тәшкил итә», — тине министр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас