Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, дәүләт дарыуханаларында берәмләп һатыусы “Башфармация” селтәрендә төрлө тәғәйенләнештәге препараттарҙы килтереүҙә тотҡарлыҡтар юҡ. Контракттар ҡәҙимгесә тәртиптә төҙөлә һәм дарыуҙар элеккесә килтерелә. Ташлама менән дарыу алыусылар өсөн дә дарыу препараттарын дәүләт һатып алыуҙары элекке режимда бара. Башҡортостандағы дарыуҙарҙың күпселеге – үҙебеҙҙә етештерелгән, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә лә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәрендә тауар запасы яҡшы ойошторолған, бүлеү (таратыу) үҙәктәре штатлы режимда эшләй, аҙыҡ-түлек магазиндарында да, көнкүреш техникаһы магазиндарында ла ығы-зығы ҡуптарырҙай ихтыяж юҡ.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында климатик сәбәптәр арҡаһында үҙебеҙҙә үҫмәгән еләк-емешкә, йәшелсәгә ихтыяж бар. Беҙҙең республика аҙыҡ-түлек менән үҙен-үҙе тәьмин итә, ә уларҙы етештереү өсөн сеймал запасы ярты йылға етерлек.
Бынан тыш, банктарға бәйле лә имеш-мимештәр тиҙ тарала. Банктар билдәүенсә, банкоматтарҙан күпләп һәм сәбәпһеҙгә аҡса алыу – урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта күп операцияларҙы башҡарыу (түләү) өсөн ҡулаҡса булыу шарт түгел.
Р.ЗАМАНОВА.