Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Март 2022, 09:15

Адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеүҙе тикшерҙеләр. 

Адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ
Адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ

 Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был проектты тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәр алдына 2030 йылға илдә ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйҙы, – тине Ленара Иванова. – Бының өсөн 2020 йылдан республикала федераль бюджеттан берлектә финанслау шарттарында социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ.

Проект ярҙамында кешеләр профессиональ белем ала, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ала, тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙары һатып ала аласаҡ. Мәҫәлән, эш эҙләгәндәргә социаль контракт төҙөгәндән һуң ай дауамында 10 641 һум күләмендә аҡсалата түләү һәм эшкә урынлашыу фактын раҫлаған тағы өс айҙа алды. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барырға теләүселәргә – 100 мең һумға тиклем, ә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә 250 мең һум аҡса бирелде.

2021 йылда ошо маҡсатҡа бюджеттан 486,6 миллион һум бүленде. Был аҡсалар 5 102 социаль контракт төҙөргә мөмкинлек бирҙе. Уҙған йылда социаль контракт нигеҙендә бөтәһе 20 132 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙа иң яҡшы күрһәткестәргә Әбйәлил, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Туймазы райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Өфөнөң Октябрь районы өлгәшкән.

2022 йылда Башҡортостан был маҡсатҡа федераль бюджеттан 486,9 миллион һум аҡса аласаҡ, был 5 200-ҙән ашыу социаль контракт төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Адреслы социаль контрактты рәсмиләштереү буйынса консультацияларҙы эш башлаған эшҡыуарҙарға методик ярҙам күрһәткән “Минең бизнесым” үҙәктәрендә алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырыу буйынса йүнәлеш хәҙер бик ныҡ талап ителәсәк, – тине төбәк етәксеһе. – Бының арҡаһында Башҡортостан эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткестәргә сыҡты ла инде. Әммә эш эҙләүселәргә мәшғүллектең яңы формаларын ваҡытында тәҡдим итеү өсөн хеҙмәт баҙарындағы хәлде күҙәтеү зарур.

#Путин

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

bashgazet.ru сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: