Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
18 Март 2022, 18:00

Балалар ялы өсөн икеләтә кешбэк алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә 31 марттан балалар ялы өсөн кешбэк программаһы тергеҙелә. Уның ярҙамында ата-әсәләр лагерға юллама хаҡының бер өлөшөн компенсациялау мөмкинлегенә эйә.

Балалар ялы өсөн икеләтә кешбэк алыу мөмкинлеге бар
Балалар ялы өсөн икеләтә кешбэк алыу мөмкинлеге бар

Әйтәйек, «Мир» картаһы менән түләгәндә биш көн эсендә юллама хаҡының 50 процентҡа тиклемен ҡайтарырға мөмкин, әммә был сумма 20 мең һумдан артыҡ була алмай.

Бынан тыш, Башҡортостанда урынлашҡан лагерҙарҙа балалар кешбэгының республика программаһы эшләй, уның буйынса ата-әсәләргә республика хөкүмәте билдәләгән юллама хаҡынан 30% – 5934,6 һумы кире ҡайтарыла.

Был осраҡта «Мир» картаһы менән түләгәндән һуң 30 көн эсендә компенсацияға ғариза менән бергә баланың уҡыған урыны буйынса мәғариф бүлегенә документтар тапшырырға кәрәк. Аҡса 15 көн эсендә күсерелә.

Башҡортостанда ата-әсәләр балалар кешбэгы программаһы буйынса бер үк ваҡытта федераль һәм төбәк льготаларын алырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: