Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
25 Март 2022, 14:30

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә бушлай ер участкаһы бирелә

Башҡортостанда 55 меңдән ашыу ишле ғаиләгә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 8,5 меңгә яҡын ғаиләгә бушлай ер участкалары бирелә.

Башҡортостанда  ишле ғаиләләргә бушлай ер участкаһы бирелә
Башҡортостанда ишле ғаиләләргә бушлай ер участкаһы бирелә
«Икенсе йыл рәттән республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам сараһы — ер участкаһы йәки 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға тәҡдим итәбеҙ», — тине Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Республикала ишле ғаиләләргә — 40 мең самаһы, ә инвалид балаһы булған ғаиләләргә 6040 ер участкаһы бүленгән, тип билдәләне ул. 2021 йылда 1002 һәм 120 участка, тип өҫтәне Наталья Полянская.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: