Ашҡаҙар
+10 °С
Ясно
Социаль яҡлау
31 Марта 2022, 09:04

Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте

Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде. Уға коронавирус менән ауырығандарҙы дауалауҙа ҡулланылған молнупиравир препараты инде. Вирусҡа ҡаршы фавипиравирға өҫтәмә дарыу формалары – онтаҡ, концентрат, лиофилизат өҫтәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйттеРәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте
Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте

Әлеге ваҡытта иң кәрәкле препараттар исемлегендә – бөтәһе 800-ҙән ашыу дарыу. Бындай препараттарға хаҡты дәүләт көйләй, уларҙы бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә ҡулланалар, исемлектәге препараттар дауалаған табиптың рецебы буйынса ташлама менән файҙаланыусыларға бушлай бирелә.

Башинформ.

Фото Яндекс.

Автор:
Читайте нас