Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Апрель 2022, 10:14

Владимир Путин 8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президентының 8-17 йәшлек балаһы булған ғаиләләргә матди ярҙам тураһында указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Аҡса мохтаждарға түләнергә тейеш.

Владимир Путин 8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин 8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Был башланғыс тураһында дәүләт башлығы 8 мартта белдерҙе. Ярҙам сараһын1 апрелдән ғәмәлгә индерелә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, аҡса 2022 йылдың майында түләнә башлай. Указды тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллиард һум бүленгән.

Әйткәндәй, түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә тапшырыла. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре сайтында бирергә, һуңынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

#Путин

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: