Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
6 Апрель 2022, 18:05

Фатир, ремонт, уҡыу һәм дауаланыу өсөн йөҙҙәрсә мең һумды нисек кире ҡайтарырға

Әгәр һеҙ фатир йәки йорт һатып алһағыҙ, ремонт эшләһәгеҙ, ғаилә ағзаларының уҡыуы, дауаланыуы өсөн түләһәгеҙ йәки фитнесҡа абонементҡа эйә булһағыҙ, дәүләт был сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара. Ул «Һалым ҡайтармаһы» тип атала. Был хаҡта бына нимәләрҙе белергә кәрәк.

Фатир, ремонт, уҡыу һәм дауаланыу өсөн йөҙҙәрсә мең һумды нисек кире ҡайтарырға
Фатир, ремонт, уҡыу һәм дауаланыу өсөн йөҙҙәрсә мең һумды нисек кире ҡайтарырға

1. Рәсми эш урыны булырға тейеш
Ай һайын һеҙ эшләгән ойошма бухгалтерияһы хеҙмәт хаҡынан 13 процент тотоп ҡала. Ул физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) тип атала. Ҡайтарма – әлеге һалымды кире алыу. Әгәр эш хаҡын «конвертта» алһағыҙ йәки рәсми рәүештә эшһеҙ булһағыҙ, ҡайтарма алып булмай, йәғни һеҙ һалым түләмәгәс, кире ҡайтара торған сумма ла юҡ.
Ҡайтарманың күләме эш хаҡына бәйле. Мәҫәлән, Марат ай һайын ҡулына 30 мең һум эш хаҡы ала. Тимәк, ай һайын уның өсөн 4500 һум һалым түләнә, ә йылына 54 мең һум (34500-13% х12) килеп сыға. Бына ошо сумманы кире ҡайтарып алырға мөмкин. Әгәр ошондай эш хаҡы менән ҙурыраҡ суммаға дәғүә итәһегеҙ икән, ҡайтарманы бер нисә йылға бүлеп алырға тура киләсәк. Мәҫәлән, Марат фатир һатып алһа, законға ярашлы, 260 мең һумға торошло һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы. Килеме үҙгәрмәһә, ул биш йыл рәттән һалым ҡайтармаһы юллап, йыл һайын 54 мең һум алып торасаҡ. Әгәр айына 50 мең һум алһа, йылына 90 мең һум ҡайтарма юллап, бөтә сумманы өс йылда алып бөтөр ине. Шуны ла белеү мөһим: бары тик милек һалымын ғына бер нисә йылға бүлеп алырға мөмкин.


2. Социаль ҡайтармаларҙы йыл һайын алып була
Социаль ҡайтармалар – дауаланыуға, уҡыуға һәм спорт менән шөғөлләнеүгә киткән сығымдар. Уларҙы йыл һайын алырға мөмкин, әммә сикләүҙәр бар.
  Дауаланыу, уҡыу, 2022 йылдан фитнес өсөн – йылына дөйөм алғанда 15600 һумға тиклем. 24 йәшкә тиклемге бер туған һеңлеңдең йәки ҡустыңдың уҡыуына түләргә мөмкин. Иң төп шарт – белем биреү учреждениеһының – уҡытыуға, ә дауалау ойошмаһының медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә хоҡуғын раҫлаған лицензияһы йәки башҡа төрлө документы булырға тейеш.
  Балаларҙы уҡытыуға сығымдар – 50 мең һумға тиклем, йәғни иң күп тигәндә, 6500 һумды ҡайтарып алып була.
  Ҡиммәтле дауаланыуҙы түләүгә лимит юҡ.


3. Милек өсөн һалым ҡайтармаһы һәр кемгә бер тапҡыр ғына бирелә
Иң ҙур күләмдәге ҡайтарманы фатир һатып алыу һәм ипотека түләүҙәренән алырға мөмкин. Фатир йәки шәхси йорт һатып алғанда 260 мең һумға тиклем ҡайтарма алыу мөмкинлеге бар, әммә алда әйткәнебеҙсә, ул бөтә ғүмер эсендә бер тапҡыр ғына бирелә. Түләнгән ипотека проценттары иҫәбенә 390 мең һумды ҡайтарырға мөмкин.
Фатир һатып алған осраҡта, иң күп тигәндә, ике миллион һумдан ҡайтарма алырға мөмкин (260 мең – ул ике миллиондың 13 проценты). Өс йәки йөҙ миллион һумға ла фатир һатып алырға мөмкин, әммә һәр осраҡта ла ҡайтарма ике миллион һумдан ғына иҫәпләнә. Әгәр һатып алынған милек ике миллион һумдан арзаныраҡ булһа, ҡайтарманың бер өлөшөн алып, ҡалғанын һуңынан юллап була. Етмәгән сумманы төҙөлөш материалдарына, ремонт эштәренә, мәҫәлән, проект һәм смета документацияһына, биҙәү материалдарына, белгестәрҙең эше өсөн киткән сығымдар иҫәбенә өҫтәтергә мөмкин. Әммә был сығымдарҙы төҙөлөш магазиндарынан алынған чектар, подрядсы менән төҙөлгән килешеүҙәр менән раҫларға кәрәк. Һалым органында һорауҙар тыумаһын өсөн оҫталар менән килешеү төҙөгәндә эш төрҙәрен дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре классификаторының (ОКВЭД) 43.3-сө бүлегенә ярашлы күрһәтеү зарур. Был документты интернетта табып ҡарарға мөмкин. Унда ниндәй эштәр өсөн ҡайтарма алыу мөмкин икәнлеге асыҡ әйтелгән. Мәҫәлән, плитә түшәү, обой йәбештереү, паркет йәки таҡта иҙән һалыу, ишек-тәҙрәләр ҡуйыу.
Ремонт өсөн ҡайтарма төҙөлөш ойошмаһынан биҙәкләү эштәре башҡарылмаған яңы фатир алған осраҡта ғына түләнә. Таҙа биҙәкләү башҡарылған яңы йәки икенсел күсемһеҙ милек баҙарынан алынған фатирҙы ремонтлаған өсөн ҡайтарма алып булмай. Фатирҙың биҙәкләүһеҙ булыуы һатыу-һатып алыу йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүендә мотлаҡ күрһәтелергә тейеш.
Мәҫәлән, Рәсилә менән Азат яңы йорттан 3,5 миллион һумға фатир һатып алды, ти. Уларҙың икеһе лә үҙ өлөшөнә ҡарата һалым ҡайтармаһы алыуға хоҡуҡлы. Фатирҙың һәр береһенә тәғәйен өлөшөнөң хаҡы 1,75 миллион һум тәшкил итә, тимәк, ҡайтарма суммаһы 227 500 һум буласаҡ. Ҡайтарманы максималь күләмдә алыу өсөн 500 мең һумға торошло ремонт эштәре башҡарып, тейешле документтарҙы өҫтәп тапшырырға мөмкин.


4. Ғаризаны онлайн РӘҮЕШТӘ биреп була
Һалым ҡайтармаһын дүрт төрлө ысул менән юллап була:
  Эш биреүсе аша. Ғариза яҙһағыҙ, бухгалтерия декларация тултырып, һалым органына ебәрә. Артабан һалым ҡайтармаһына тиң сумма тулғансы һеҙҙең эш хаҡынан 13 процент йән башына һалым тотолмаясаҡ. Йәғни, был осраҡта һеҙ ҡайтарманы бер юлы түгел, ә эш хаҡына өҫтәмә рәүештә ай һайын алып барасаҡһығыҙ.
  Федераль һалым хеҙмәте инспек­цияһы аша. Бланк алып, декларация тултыраһығыҙ. Уны өйгә алып ҡайтып тултырырға һәм кире алып килергә йәки почта аша ебәрергә лә мөмкин. Был – әлбиттә, мәшәҡәтле генә эш, ни өсөн тигәндә, бер урында яңылыш нөктә йәки өтөр ҡуйһағыҙ ҙа, бөтә ҡағыҙҙарҙы яңынан тултырырға кәрәк буласаҡ.
  Ошо эш менән махсус шөғөлләнгән фирма аша декларация эшләтеп алыу. Ғәҙәттә, улар һалым инспекцияһына яҡын урынлаша. Дөрөҫөн әйткәндә, был алымды тәҡдим итмәйбеҙ, сөнки биш минутта үҙегеҙ эшләй алған нәмә өсөн аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Нисек эшләргә икәнен дүртенсе пунктта уҡығыҙ.
  Интернетта һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша. Уның адресы: lkfl2.nalog.ru. Теркәлеү урынына «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге иҫәп яҙмаһы ла бара.
Алдан ике нәмәне эшләп ҡуйырға кәрәк.
Беренсенән, электрон һанлы ҡултамға алырға. Ул бушлай эшләнә. Сайтта уң яҡ мөйөштә торған үҙ исемегеҙгә баҫығыҙ һәм менюҙан «Получить ЭП» тигән пунктты табығыҙ. Үҙегеҙгә ҡулай серһүҙ уйлап табығыҙ, шуның менән барыһы ла әҙер.
Икенсенән, бөтә документтарҙы сканер аша үткәрегеҙ йәки сифатлы итеп фотоға төшөрөгөҙ.


Һеҙгә кәрәк буласаҡ:
  уҡыу, дауаланыу, фитнес өсөн төҙөлгән килешеү (үҙегеҙгә йәки балағыҙға);
  белем биреү учреждениеһының лицензияһы (рәсми сайтта була);
  уҡыу, дауаланыу өсөн түләнгән чектар. Шуныһы мөһим: улар ҡайтарма алыусы кеше исеменән түләнгән булырға тейеш;
  биҙәкләү эштәре башҡарылмаған фатир һатып алыу (йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу) тураһында килешеү;
  фатирҙы тапшырыу-алыу акты;
  биҙәкләү эштәренә киткән сығымдарҙы раҫлаған документтар;
  фатир һатып алыуҙы раҫлаған документтар;
  ЕГРН-дан фатирға милек хоҡуғы тураһында белешмә.
«Килемдәр һәм ҡайтармалар» бүлеген һайлап, артабан «Ҡайтарма алырға» тигән төймәгә баҫығыҙ һәм инструкцияға ярашлы эш итегеҙ. Быны эшләү бик еңел! Ғәҙәттә, документтар өс айға тиклем ваҡытта ҡарала, әммә быйыл, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, процесс тиҙләтеләсәк. Аҡса банктағы иҫәбегеҙгә күсәсәк.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Фото Яндекс.

Автор:
Читайте нас: