«Приюттың маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға бушлай комплекслы ярҙам күрһәтеү. Социаль приютта бер үк ваҡытта республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-гә яҡын балалы ҡатын-ҡыҙ йәшәргә мөмкин. Дөйөм майҙаны – 2000 квадрат метр», – тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Инвесторҙар ҡаланың Калинин районында яңы «Гастелло» сауҙа үҙәген төҙөргә тәҡдим итте. Инвестор Алексей Матвеев әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара, шуға заманса сауҙа-социаль объекттарға ихтыяж бар.
«Төп бурысыбыҙ – халыҡтың балалар һәм күңел асыу майҙансыҡтарына, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларын хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн майҙандар менән тәьмин итеү», – тине Матвеев.
Төрлө перспективаларҙыентекле тикшергәндән һуң, Ратмир Мәүлиев проекттарҙы хупларға тәҡдим итте.
Башинформ.