Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Май 2022, 12:51

Әсәлек капиталын яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталын алыуға законлы нигеҙҙәрҙе арттырыусы документҡа ҡул ҡуйҙы. Закон үҙ көсөнә бөгөн, йәки 2022 йылдың 1 майынан көсөнә инде. Уның буйынса яңғыҙ булған атайҙар әсәлек капиталын ала аласаҡ, ә атай кеше лә үлеп ҡалһа, йә ата-әсәлек хоҡығынан мәхрүм ителһә әсәлек капиталы балаларға өлөштәргә бүленеп күсәсәк.

Әсәлек капиталын яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар аласаҡ
Әсәлек капиталын яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар аласаҡ

Документ дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған кешеләр даирәһен киңәйтә. 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын, шулай уҡ 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе ирҙәр, балаларҙың әсәһе мәрхүм булған осраҡта, йә булмаһа әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндә, Әсәлек капиталы сертификатын алыу хоҡуғына эйә.

2021 йылдың 1 ғинуарынан Әсәлек капиталының күләме 3,7 процентҡа артып, беренсе балаға – 483,8 мең һум, икенсе балаға 639,4 мең һум тәшкил итә. Сертификат алыу өсөн Рәсәй пенсия фондының йә Күп функциялы үҙәктең территориаль органына мөрәжәғәт итергә. Яңғыҙ атайҙарға Әсәлек капиталына сертификат алыу өсөн РФ Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Әсәлек капиталын яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар аласаҡ
Әсәлек капиталын яңғыҙ бала тәрбиәләүсе атайҙар аласаҡ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: