Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
12 Май 2022, 17:59

Республикабыҙҙан Донбассҡа етенсе гуманитар ылау оҙатылды

Өфөнән Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн гуманитар ярҙам ебәрелде. Уны оҙатыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты.  

Республикабыҙҙан Донбассҡа етенсе гуманитар ылау оҙатылды
Республикабыҙҙан Донбассҡа етенсе гуманитар ылау оҙатылды

"Сираттағы гуманитар йөк һәм техника ғына түгел, байтаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре лә юллана. Унда оҙайлы ваҡыт халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтәсәктәр, поликлиникаларҙа, дауаханаларҙа эшләйәсәктәр. Юлсыларҙан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренән дә ҙур команда ҡуҙғала. Уларҙың барыһын да бер  бурыс берләштерә – инфраструктураны тергеҙеүҙә булышлыҡ итеү", – тине Максим Забелин.

Ярҙам өсөн ебәрелгән гуманитар йөктөң ауырлығы 160 тоннанан ашыу, уның күп өлөшөн, йәғни 61 тоннаһын төҙөлөш материалдары тәшкил итә, өс тонна тирәһе медицина ҡорамалдары һәм дарыу препараттары, 30 тонна урам-ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡоролмалар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары. Колоннала 41 берәмек техника һәм йөҙҙән ашыу кеше.

"Донбасс менән бәйләнеш ептәре артабан да өҙөлмәйәсәк, - тине Ирек Сәғитов. - Был беҙҙең етенсе гуманитар ярҙам ылауы. Ғөмүмән, Донецк һәм Луганск республикаларына барлығы 600 тоннанан ашыу йөк оҙаттыҡ, уларҙың күбеһе - төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түгел, кейем-һалым һәм башҡалар. Ярҙамға үҙ өлөшөн индергән республика халҡына рәхмәт. Изге саранан ойошма-предприятиелар етәкселәре, район-ҡала хакимиәттәре лә ситтә ҡалманы. Ауыр саҡта ярҙам итә белеү мөһим. Был йәһәттән ил Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан да ҙур бурыс ҡуйылған".

https://bashgazet.ru

 

Республикабыҙҙан Донбассҡа етенсе гуманитар ылау оҙатылды
Республикабыҙҙан Донбассҡа етенсе гуманитар ылау оҙатылды
Автор:
Читайте нас: