Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
25 Май 2022, 16:03

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙең граждандарға социаль ярҙам өлкәһендәге бурыстарына арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыуын дауам итеүе хаҡында яҙҙы. Семинар Мәскәүҙә, 25 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендәге Дәүләт советы президиумы ултырышы алдынан үткәрелә. Унда семинарҙа ҡатнашыусылар әҙерләгән тәҡдимдәрҙе тикшереү ҡарала.

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша
Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Рәсәй президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин һүҙҙәренсә, президиум ултырышында социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында ҡарар ҡабул итеү көтөлә.

Республиканың социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләре Дәүләт Советы ултырышының йомғаҡлау докладына инде. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ғаиләләр 20-нән ашыу төр пособие һәм социаль ярҙам сараһы ала, шул иҫәптән федераль ҡаҙна иҫәбенә. Улар иҫәбендә –  мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары, һалым льготалары, торлаҡ йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар.

Башинформ.

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша
Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: