Ашҡаҙар
-1 °С
Ясно
Социаль яҡлау
30 Мая 2022, 04:52

Республикала инвалидтарға торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырыла

Башҡортостанда социаль яллау килешеүе буйынса инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы механизмы эшләй башлай. Ошо категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ сертификаттары бирелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала инвалидтарға торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырылаРеспубликала инвалидтарға торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырыла
Республикала инвалидтарға торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырыла

Тейешле положениелар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  ҡабул иткән «Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында» законда нығытылған. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Һүҙ торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған инвалидтар, инвалид балалы ғаиләләр хаҡында бара. Торлаҡ сертификаттары хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Бер сертификаттың хаҡы — яҡынса 2,4 миллион һум. Республика бюджетында ошо категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә һалынған аҡса күләменән сығып, быйыл 74 ғаилә сертификаттар алып, торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Сертификат менән ғаиләнең уңайлы урында — дауахана йәки социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы эргәһендә торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, урындағы үҙидара органдары республика бюджетынан ауыр сирле кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә бүленгән аҡсаны тулыраҡ үҙләштерә ала. Закон ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Башлығына ебәрелгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас