Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Июнь 2022, 16:49

Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһалана

Календарҙә билдәләнгән байрамдар араһында халыҡты  хеҙмәтләндергән, тормошобоҙҙо уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк, матурыраҡ, сағыуыраҡ иткән хеҙмәт кешеләренең байрамдары бигерәк тә күңелгә яҡын. Ҡалала төрлө һөнәр эйәләрен был йәһәттән байрам сараларында тәбрикләп үтәләр. Алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе ҡала хакимиәте башлығының оператив кәңәшмәһендә лә ҡотлау матур йолаға әүерелгән.

Күптән түгел, мәҫәлән, хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов табиптар көнө, социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт  алдынғыларына төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Земфира Әбдрәхимова ла бар ине.

Земфира Йәғәфәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәшғүллек үҙәгенең Көньяҡ-Көнсығыш район-ара дәүләт-ҡаҙна учреждениеһында әйҙәүсе инспектор булып эшләй.  Бында ул  ҡабул итеү бүлегендә 2009 йылдан алып эшләй һәм эшһеҙ ҡалған граждандарҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итә. Ә быға тиклем Күгәрсен районында ошондай уҡ вазифала ете йыл эшләп тәжрибә туплаған. Социаль   хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан Земфира Йәғәфәр ҡыҙы  күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Беҙ ҙә уны ошо юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Роза САФИНА.

Григорий МЕЛЬНИКОВ фотоһы.

Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһалана
Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһалана
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: